Конспект урока по башкирскому языку и литературе "М. Карим. Урманда" 2-3 классы


Хикәйәнең йөкмәткеһе менән таныштырыу, төп фекерҙе асыҡлау, телмәр үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.

- Әлфиә нимә йыйырға булды? (Бәшмәк). Туҡталышты “Бәшмәктәр” тип билдәләйбеҙ. Дәфтәргә яҙып ҡуябыҙ.  (Бәшмәк рәсеме эләләр.) Ниндәй бәшмәктәр беләһегеҙ? (аҡ, ерән, баллы, ҡайын бәшмәге). Бәшмәктәрҙе урманда йыя беләһегеҙме? (Яуаптар). Эйе, яй ғына бысаҡ менән төптән ҡырҡып алалар. Йәш, ҡортламаған, үҙең белгән бәшмәктәрҙе генә йыйырға кәрәк, юҡһа ағыуланыу  ихтималы ҙур. Ағыуланған кешенең ашҡаҙанын йыуҙырып,   беренсе  ярҙам  күрһәтергә һәм  03 номеры менән врач саҡыртырға кәрәк  (слайд).
                           
ерән бәшмәк            себен бәшмәге         аҡ бәшмәге
4-се туҡталыш. Тексты уҡып бөтөрөү.
- Әлфиә был юлы нимәләргә тап булды? (Еләктәр). Нисек  билдәләйбеҙ туҡталышты? (Еләктәр). Яҙып ҡуйҙыҡ (таҡтаға еләк һүрәте йәбештерәбеҙ). Урманда үҫкән ниндәй еләктәрҙе беләһегеҙ?(Ҡура  еләге, ер еләге, ҡайын еләге, бөрлөгән, көртмәле). (Слайд)  Еләктәр менән  ҡоштар, бөжәктәр, хайуандар туҡлана. Унда бик күп витаминдар, фруктоза бар.
                           
ҡайын еләге              ҡара еләк               ҡыҙыл бөрлөгән


Полный текст материала Конспект урока по башкирскому языку и литературе "М. Карим. Урманда" 2-3 классы смотрите в скачиваемом файле.
На странице приведен фрагмент.
Автор: Закирова Лилия Рамиловна  zackirovalilija
11.11.2014 0 7567 710

Спасибо за Вашу оценку. Если хотите, чтобы Ваше имя
стало известно автору, войдите на сайт как пользователь
и нажмите Спасибо еще раз. Ваше имя появится на этой стрнице.



А вы знали?

Инструкции по ПК