Конспект внеклассного мероприятия на тему "Шажара -ул сал тарихка багыр тазра"; 4 класс


Шәжәрә - ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә.
Девиз: Ағас тамыры ерҙә - кеше тамыры туған ырыуҙа.
Йыһазландырыу: « Шәжәрә» плакат таҡталары, урындыҡ, ҡаралды( балаҫ 2 буй,арҡыры юрғандар),музыка( Беҙҙең ил, Ҡара юрға, Әсмәбикә бейеү, Байыҡ көйө).

Байрам барышы.
Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ!
Шундай йылы һүҙ икән,
Һәр күңелде иретерлек ,
Һәр кемгә лә үҙ икән.

Сәләм алып, сәләм биреү менән
Сит менән дә туған булаһың
Йыраҡ араларҙы яҡынайта
Эй, халҡымдың матур йолаһы.
Хәйерле көн хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар. Бөгөнгө кисәбеҙ «Шәжәрә - ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә»тип атала, Ишбулды ауылына нигеҙ һалыусылар, ата-олатайҙарыбыҙ кемдәр?Ошо турала һөйләшеп алайыҡ.
балалар менән килеп сыға.
- Йә, уландар ,эҙләгәнебеҙҙе таптыҡ, буғай. Бына бит киң яландар, ҡалын урмандар,мул һыулы Ҡыҙыл йылғаһы. Ни тиклем байлыҡҡа юлыҡтыҡ. Төпләнеп донъя көтөр өсөн ошонан да ҡулай урын булмаҫ,изге сәғәттә!
Урындыҡҡа барып ултыралар.
Музыка уйнай йыр йырлана( Тыуған ер)
-Балалар, һеҙ ете быуынығыҙҙы, үҙегеҙҙҙең шәжәрәгеҙҙе,
туғандарығыҙҙы,нәҫелегеҙҙе, араларыбыҙҙҙың хөрмәтле
кешеләрен белергә тейешһегеҙ.
Шиғыр һөйләй.
Шәжәрә- ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,
Күҙ яҙҙырһаңшул тәҙрәнән атыр йәҙрә,
Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,
Һин дә ятма, ҡор ояңды, үр шәжәрә!

- Ауылыбыҙға кем нигеҙ һалған һуң?
- Бына ағайҙарығыҙ, апайҙарығыҙ һөйләр, тыңлағыҙ.
- Ауылға кемдәр нигеҙ һалған икән?
- Ауылға тәү башлап боҫмаштар араһы нигеҙ һалған,тимәк боҫмаштар араһынан башлайбыҙ инде.
18-се быуат 1760-1775 йылдарҙа башҡорт ерҙәре карателдәрҙән аяуһыҙ талана. Тыуған ерен, илен баҫҡынсыларҙан һаҡлап яуға күтәрелә. Ошо дәһшәтле йылдарҙа карателдәрҙән ҡасҡан кешеләр тынысыраҡ ерҙәргә килеп урынлашалар. Хәҙерге Бөрйән районы биләмәләренән ҡасҡан ҡыпсаҡ ырыуы егеттәре Ишбирҙе һәм Ишбулды ла Ирәндек тауҙарына килеп сығалар. Ишбирҙе таҙа һыулы , сылтырап аҡҡан Дарыулы йылғаһы буйын һайлаһа, Ишбулды ҡарап тороуға тымыҡ, йәйрәп ағып ятҡан, тал тирәкле мул һыулы Ҡыҙыл йылғаһын һайлай һәм һул яҡ ярына нигеҙ һала.
Ләкин Ишбулдыға был урында тынсып йәшәргә тура килмәй. Ҡаҙаҡ баҫҡынсылары гел һөжүм итә. Шуға күрә, Ишбулды үҙенең улы Ахайға 1786 йылдарҙа Ҡыҙылдың уң яҡ ярына урын һайлай. Гел шулай баҫҡынсыларҙан ҡасып, боҫоп йәшәргә тура килә. Боҫмаштар ҡушаматы ла ошонан килеп сыға.Ауылға нигеҙ һалыусы, боҫмаш аралары – улар Ғүмәровтар, Насыровтар.
- Бына мин ошо Ишбулды кантондың ейәнсәре булам инде. Шәжәрәм менән таныштырып үтәйем әле үҙегеҙҙе.
- Ишбулды- Ахай- Ырыҫбай- Ғүмәр- Уйылдан- Вәлиәхмәт- Ғәйфулла- Халит – мин
- Боҫмаштар араһында уҡымышлы муллалар, йыр-моңға ғашиҡ булған кешеләр бик күп булған.Улар тыуған яҡтың гүзәллеген данлап йырлағандар.
Йыр «Беҙҙең ил»
- Эй был кешем! Быуат- быуат буйы
Башҡорт исемен ғорур йөрөтә
Уралымда тыуған күпме егет
Ирекһеҙҙән ситтә көн итә.

-Ә ирекһеҙҙән ҡайһы араның батыры көн иткән?
-Ҡалмаҡ араһы батыры Ғәбделшәкүр.

-Эйе беҙ ҡалмаҡтар араһы. Ир-егеттәр 1770-1775 йылдарҙа яуҙа булғанда, Таһир ауылы йәйләүенә ҡалмаҡтар һөжүм итеп бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡоллоҡҡа ҡыуып алып китәләр. Улар араһында 4 йәшлек Ғәбделшәкүр ҙә була. Зирәк Ғәбделшәкүрҙең,бер генә ҡыҙы булған, ҡалмаҡ байы һатып ала һәм малайҙың исемен Шөғөр тип үҙгәрттерә, ә малайҙы ҡоллоҡта булған Таңбикә исемле башҡорт ҡатыны тәрбиәләй. Таңбикә инәй Шөғөргә һәр ваҡыт тыуған Уралын һағынып һөйләй, йырҙар өйрәтә.Шөғөр бик зирәк була, зирәк малайҙы бай уҡыта. Шөғөр үҫеп егет ҡорона еткәс, бай ҡыҙына ғашиҡ була. Йәш йөрәктәр бер-береһен яратышала, тик бай ғына риза булмай. Шөғөрҙө ат ҡойроғона бәйләтеп үлтерегә була. Таңбикә инәй был турала белеп ҡала һәм Шөғөргә әйтеп уларҙы ҡара юрғаларға мендереп башҡорт иленә ҡайтарып ебәрә. Үҙ илен табып ҡайтыу, башҡорт өсөн ҙур дәрәжәгә тиң булған.Шөғөр олатай ҡалмаҡ ҡыҙын тыуған ауылы Таһирға алып ҡайта.Ҡалмаҡ ҡыҙына Хәҙисә тип башҡортса исем ҡушалар, гөрләтеп туй үткәрәләр.Ғәбделшәкүрҙең ата-әсәһе улының ҡайтҡанына бик ҡыуана.Шөғөр олатай уҡымышлы булған, шуға күрә лә уны Ахай кантонға писарь итеп ебәрәләр. Өләсәй ҡалмаҡ ҡыҙы булғанға һәм олатайым ҡалмаҡ яғында үҫкәнгә беҙҙең араны ҡалмаҡтар тиҙәр.
-Ахай ауылынан кемдәр ҡалмаҡ араһынан икән?
- Улар Шөғөровтар, Фәттәховтар, Гәрәйевтар, Шәйәхмәтовтар, Шәмсетдиновтар.
- Олатайым ҡарт булған Абдулла, уның улы Алтындалалҡашҡа,уның улы Мостафа, Мостафаның улы Ғәбделшөғөр, уның улы Ғәбделмәжит, уның улы Шәмсетдин, Шәмсетдин олатайҙың улы Мөҙәрис, Мөҙәрис олатайҙың улы Самат, Саматтың улы мин Айсыуаҡ.
- Ҡалмаҡтар араһында күренекле шәхестәр етәрлек,йырсылар ҙа бар.
Йыр. “Ҡара юрға”
- Ә ни өсөн бире араһынан тиҙәр?
- биреләр араһында быуындан- быуынға күсеп килгән ата-бабаларыбыҙҙың мираҫы ул зирәк, оҫта ҡуллы,хисле ҡыҙҙары һәм улдары.Улар Хәлисовтар, Хәйбуллиндар,Әсәҙуллиндар,Әлимғужиндар,Ғилмановтар, Мырҙабулатовтар.
-Ә ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң ул бире араһы?
- Бер ваҡыт Дүрмән атлы кеше һунарға сығып китә. Бер тауҙы төшкәс, һыңар саңғы эҙе күрә һәм эҙ буйлап китә.
-Был саңғы эҙе ни эшләп һыңар һуң әле ул? Артынан барайым әле.
-Баҫтырып килеп етһә,теге болан һуйып торған була.Был заттың аяғы икәү булып сыға, ә үҙе бире затынан икән . Оҙаҡ текләшеп ҡарап торалар былар.
Бире.
-Һаумы. Һин кем? Ни эшләп йөрөйһөң?
Дүрмән.
-Мин Дүрмән тигән бәндәмен.Кейек ауларға сыҡҡанмын. Һин ни эшләп миңә тигән боланға тейҙең?
Бире.
- Әйҙә тунаш, яртыһы һиңә булыр.
Дүрмән.
- Көн кисләп китте, ошонда йоҡламаһаҡ булмаҫ.

- Ҡарағай ботаҡтарын түшәп былар йоҡларға яталар.Был зат Дүрмәнде үлтерергә уйлай.
Бире.
-Дүрмән һин ҡалайтып йоҡлайһың?
Дүрмән.
- Мин тыш- тыш итеп йоҡлайым, ә һин үҙең нисек йоҡлайһың?
Бире.
- Мин йоҡлағанда ауыҙымдан ут сәсрәп, осҡондар осоп борлап тора.
-Икеһе лә йоҡламаҫҡа тырышып яталар,шулай ҙа Бире йоклап китә.Дүрмән үҙенең урынына бер сөрөк киҫкәһе алып һала ла,үҙе ағастар артына ышыҡлана.Бире һикереп тора ла, һамаҡлай- һамаҡлай сөрөктө сәнскеләй башлай.
Бире.
-Дүрмән ағай тыш итә, тимер шешем пыш итә.

-Шул саҡ Дүрмән Бирене атып ебәрә. Ул яралана һәм ҡасып тау тишегенә инеп китә. Дүрмән Биренең артынан китә. Тау тишегендә өс ҡыҙы менән Биренең әбейе ултыра икән. Дүрмән Бире әбейенең иң һылыу ҡыҙын һайлап татыу ғаилә ҡоралар. Бына шул ҡыҙҙан таралып китә инде биреләр араһы.
-Әйҙәгеҙ әле, бире ҡыҙҙары бейеп күрһәтегеҙ.
Бейеү «Әсмәбикә»

- Ә һеҙ шәжәрәгеҙҙе беләһегеҙме?
- Атайым Айрат, атайымдың атаһы Хөбитдин олатайым, Хөбитдин олатайымдың атаһы Әхмәтшә олатай, Әхмәтша олатайҙың атаһы Ҡолморҙа олатай, Ҡолморҙа олатайҙың атаһы Әлимғужа олатай,Әлимғужа олатайҙың атаһы Хәлис олатай.
- Кемдәр ул ҡош атышҡандар?

Кемдәр булһын инде?Беҙ селбаштар араһы. Мин Зинфир, атайым Фәрит, олатайым Кәлимулла,ҡарт олатайым Талип булған, Талип олатайҙың атаһы Ҡәһәрмән,уның атаһы Мөхәмәтзариф,Мөхәмәтзариф олатайымдың атаһы Ҡаҙаҡбай, уның атаһы Ғәбделйәлил,ары Тенек олатай, ары Сабар олатай, ары Ҡарағол олатай,уның атаһы Мулдаш, уның атаһы Дәүләтбай олатай.
- Селбаш араһының тарихын белмәйбеҙ бит?!

- Олатайым булған Дәүләтбай, өләсәй оҫта һунарсы,
Уҡ – һаҙаҡтан атыуҙа булмаған уны уҙыусы.
Селбаштың тотҡан урыны Ахайҙа арыу ғына,
Әгәр тарихын белмәһәң һин бына шуны тыңла.
Борон булған беҙҙең затта шундай бер мәргән килен,
Сәскә атып уҡ-һаҙаҡтан, селдең ул һытҡан күҙен,
Ҡыйыу булғандыр күрәһең, батырҙарҙың- батыры
Шунан алып башлана ул беҙҙең селбаштың даны.
Булған ти, был хәл йәйләүҙә, килен алып килгәндә,
Егетлекте күрһәтергә сәпкә атыш киткәндә,
Сәп булып бер сел ултырған,шул селгә атыш киткән,
Алыҫ булғас ала алмай күп егеттәр тир түккән.
Шул саҡ Үтәштең килене ҡайнынан рөхсәт һорап,
Уҡ ебәргән сел башына, селе лә төшкән ҡолап.
Мәргәнлеккә, таһыллыҡҡа бар халыҡ хайран ҡалған
Шул килендән тыуған балалар селбаштар тип аталған.
Селбаштарҙа хәҙер ҙә бар бик оҫта һунарсылар,
Мәхмүт ҡарттың балалары барыһы ла аусылар.
Балыҡсылар ҙа күп беҙҙә,умарта ҡараусылар.
Мейес, балта оҫтаһы ла.һандыҡ та яһаусы бар.
Муллалар ҙа бик күп булған, хәлфә- хәҙрәт ишеләр.
Зәйнулла ишанда уҡыған, Тимерйәр тигәндәре
Рауилда ла белем алған Талип, Байназарҙары.
Боҫҡон менән Ҡаҙаҡбай ҙа булған оҫта һунарсы,
Уҡымышлы ла булғандар, умарта ла ҡараусы.
Солоҡ балы ала белгән беҙҙең ата- бабалар,
Ырымдан да һаҡлағандар, малын да ҡарағандар.
-Шулай, беҙ балалар тарихыбыҙҙы,шәжәрәбеҙҙе онотмайыҡ.Һаҡлайыҡ, киләсәктә лә кәрәк булыр. Башҡорт халҡында шундай мәҡәл бар- «Халҡы татыу булған ауыл тарҡалмай.» Беҙҙең ауылда ла дүрт ара дуҫ, татыу йәшәй. Шуға күрә ауыл йылдан- йыл ҙурая, матурая.
Йыр « Беҙ Ҡыпсаҡ ырыуынан»
Беҙ Ҡыпсаҡ ырыуынан. Ай-һай-һай-һай,
Беҙ иң йәп- йәш ҡыпсаҡтар. Башҡорттоң киләсәге
Гөлдәй гөрләп үҫәбеҙ Тыуған ерем – Башҡортостан
Ҙур үҫергә теләйбеҙ. Башҡорт булыр милләтем

Беҙҙең тамға дағалыр, Ай-һай-һай-һай,
Ә ҡошобоҙ ҡарсыға Малайҙар ил тотҡаһы.
Ағасыбыҙ ҡарағай Ай- һай-һай-һай,
Ораныбыҙ туҡсаба. Ҡыҙҙар өй биҙәктәре.
Беҙгә ҡарап Һоҡланығыҙ
Беҙтормош терәктәре.



- Был изгеләрҙән- изге ата- олаталарыбыҙ яҙып ҡалдырған шәжәрәне хөрмәтләү билдәһе булды. Киләсәктә лә шәжәрә ағасыбыҙ шаулап, тармаҡланып үҫһен!


Полный текст материала Конспект внеклассного мероприятия на тему "Шажара -ул сал тарихка багыр тазра"; 4 класс смотрите в скачиваемом файле.
На странице приведен фрагмент.
Автор: Хайбуллина Мадина Гилмитдиновна  Мадина5499
учитель начальных классов, МОБУ СОШ д.Ишбулдино
12.11.2014 0 1294 199

Скачать материал с сайта



Читайте новые статьи
Оставить отзыв к материалу:
avatar
Всего: 0