Статья "Дистанционная поддержка обучению родных языков"
Мостафина Айгөл Нәғим ҡыҙы.
Борай 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Башҡортостан Республикаһы Борай районы
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙа электрон белем биреү технологияларын ҡулланыу
Мәғәриф системаһы һуңғы йылдарҙа һиҙелерлек ыңғай үҙгәрештәр киҫерә. Төп белем биреү программаһын тормошҡа ашырыуҙың төп шарты булып уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға электрон белем биреү ресурстары менән ҡулланыу мөмкинлеген тәьимин итеү тора. Бөгөн район мәктәптәрендә электрон уҡытыу өсөн күп класс кабинеттар заманса йыһазландырылған: интернетҡа ирекле рәүештә сығып була, уҡытыусыларҙың һәм мәктәптәрҙең интернет сайттары әүҙем эшләй, электрон һәм көндәлек журналдар индерелә.
Әлбиттә, мәғәриф өлкәһендә барған үҙгәрештәрҙән ҡуйылған талаптарҙан ситтә ҡалмай. Бөгөн математика, физика, биология фәндәренә рус, инглиз телдәренә өҫтөнлөк бирелгән ваҡытта башҡорт телен һаҡлап ҡалыу менән бер үк ваҡытта төплө белем биреү һәм тәрбиә биреү еңелдән түгел. Шул уҡ ваҡытта тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен уҡытыу менән бер рәттән тиҙ үҙгәреүсән заман шарттарында һәләтле балалар тәрбиәләү бурысы ла йөкләтелгән.
Тел халҡы менән бергә үҫә. Шуның өсөн ул халыҡтың бөтә яҙмышын һәм бөтә булмышын сағылдыра. Тел уның рухи донъяһын, милли тойғо менән милли ғорурлығын, ата-бабаһы менән балалары алдындағы тарихи бурысын үҙ эсенә ала. Шуға күрә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары милләтебеҙҙең киләсәген ҡайғыртыусыһы, һаҡлаусыһы булараҡ йәмғиәтселек алдында оло яуаплы.
Быны аңлап һуңғы йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә айырым әһәмиәт бирелә башланы. Рәсәй Федерацияһының мәғәриф министрлығы яңы дәүерҙә электрон белем биреүгә күсеү буйынса күп көс һала. Йәмғиәттә лә бының тураһында күп һүҙ йөрөй. Эйе, беҙ электрон белем биреү дәүерендә класс таҡтаһынан интерактив таҡтаға, ғәҙәти дәреслектән электрон дәреслектәргә күсеү этабының шаһиттары булып торабыҙ.
Беҙҙең Борай 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе лә был өлкәнең төрлө формалары өҫтөндә эшләй. Электрон белем биреү саралары менән тәьимин ителеүҙе алғанда беҙ бер ҙә ҡала мәктәптәренән артта ҡалмайбыҙ. 10 интерактив таҡта, 16 мультимедиа проектор,2 смарт класы ,3 компьютер класы (бында бөтә 40 компьютерҙа интернет селтәренә тоташтырылған) бар, бөтә кабинеттарҙа Wi-Fi интернет элемтәһе менән тоташҡан. Үҙебеҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетенда ноутбук, интерактив таҡта эшләй. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙа электрон белем биреүҙең ҡайһы бер алымдарын уңышлы ғына ҡулланабыҙ. Мөмкинлек булғас беҙ төрлө дистанцион олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Дәрестәрҙе электрон дәреслектәр ярҙамында үткәрәбеҙ. Үҙебеҙҙең шәхси сайдтар аша уҡыусылар менән элемтә тотоп башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышабыҙ.
Мин үҙемдең эшемдә электрон уҡытыуҙың бер нисә йүнәлешендә эш итәм:
-
Беренсенән, дистанцион белем биреү технологияларын ҡулланыу, дәрестә интернет ресурстарға мөрәжәғәт итеү, үҙемдең интернет сайт аша мәғлүмәт биреү;
-
Икенсенән, дәрестә электрон дәреслек ҡулланыу;
-
Өсөнсөнән, дәрестәргә үҙем эшләгән мультмедиа презентациялар һәм интерактив тестар индереү;
-
Дүртенсенән, онлайн-һүҙлектәр менән эшләү;
-
Бишенсенән, мәктәптең интернет класының мөмкинселектәрен ҡулланыу, (бөтә уҡыусылар менән комьютер диктант үткәреү, тиҙлеккә башҡортса текст йыйыу, үҙемдең шәхси сайтым ярҙамында интерактив тестар үткәреү, уҡыусылар менән проект һәм тикшеренеү башҡарғанда интернет ресурстарҙы ҡулланыу);
-
Алтынсынан, шәхси сайттың дидактик мөмкинлектәренән ҡулланыу (үҙемдең шәхси сайтым ярҙамында “Борайымдың ете мөғжизәһе “ тигән уҡыусыларҙың проект эштәре буйынса конкурс әҙерләү һәм үткәреү).
Һуңғы йылдарҙа үҙемдең көндәлек эшемдә интернет селтәрен киңерәк ҡуллана башланым. Бишенсе йыл шәхси сайтым эшләп килә. Сайт күп кенә бүлектәрҙән тора. Күбеһенсә һәләтле уҡыусыларға өҫтәлмә белем биреүҙә булышлыҡ итә.Ул “Юкос” бушлай хостингыла эшләнгән һәм интернет селтәрендә индексацияланған. Инновацион эшмәкәрлегемдең бер йүнәлеше булып уҡытыуҙа дистанцион белем биреүҙең технологияларын ҡулланыу .
Бер нисә йыл рәттән ата-әсәләр, һәләтле балалар менән һәм күрше райондарҙың ҡайһы бер мәктәптәре менән видео-аралашыу өсөн Скайп технологияһын ҡулланам. Каникула ваҡыттарында уҡыусыларҙы төрлө олимпиадаларға әҙерләгәндә Скайп технологияһы ярҙамында бер уҡ ваҡытта 10-ға тиклем уҡыусыны йәлеп итергә мөмкин.
Билгеле булыуынса дистанцион эшләү сараларының уртаҡ бер кәмселеге бар – улар уҡыусыларҙың телмәрен үҫтермәй. Ә бына, Скайп аша телмәр үҫтереү өҫтөндә лә эшләп була. Улай ғына ла түгел районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла берәй һорау өҫтөндә эшләгәндәме, төрлө конкурстарға эҙерләнгәндәме ошо Скайптың күмәкләп аралашыу функцияларын ҡулланып һөйләшеп алабыҙ, фекерҙәр менән уртаҡлашабыҙ.
“Мин класс” (“Якласс”) бөтөн Рәсәй дистанцион уҡытыу интернет ресурсы менән эшемде башлап ебәрҙем. Башҡа фән уҡытыусылары был өлкәлә бик актив эшләй . Унда 16 предмет буйынса әҙер эштәр, уларҙың дөрөҫ яуаптары бирелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы башҡорт теле һәм әҙәбиәте унда юҡ, шуның өсөн мин был дистанцион эш төрөн үҙ аллы өйрәндем. Башҡорт теленән өс төр эштәр төҙөп була унда: текст менән эшләү өсөн,тестар төҙөү һәм ижади эштәр. “Мин класс” дистанцион уҡытыу системаһында эшләгәндә уҡыусыларҙың электрон почталарын ҡулланырға тура килә. Был системаның ыңғай яҡтарының береһе булып ата-әсәләр унда теркәлеп балаларының уңыштарына шатлана, уларҙың эштәре менән таныша ала. Икенсенән, каникул ваҡыттарында һәр класҡа үтелгәндәрҙе ҡабатлау өсөн тикшереү эштәре ебәрелә. Каникулдарҙа ла белемдәрҙе нығытыу өҫтөндә эш алып барыла.
Уҡытыусының шәхси сайты уҡыусы менән белем биреү системаһы араһында бәйләүсе, белем алыу сараһы. Сайтты ҡулланыу уҡытыу эшсәнлеген байытыу, уҡытыу процессын ҡыҙыҡлы, нәтижәле һәм ижади итеп ойошторорға мөмкинлек бирә. Бернисә йыл рәттән мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән берлектә үҙебеҙҙең шәхси сайттар ярҙамында район уҡыусылары араһында башҡорт теле һәм әҙәбитәе буйынса дистанцион аҙналыҡ үткәрҙек. Был дистанцион сарала райондың 200-ҙән ашыу уҡыусылары ҡатнашты.
Туған тел, милләт, ил яҙмышы кеүек мөһим мәсьәләләр башҡорт теле һәм әҙәбите уҡытыусыһының шәхесенә ижади эшләй алыныуына туранан-тура бәйләнгәнлектән башҡорт теле уҡытыусыһы алдан күрә белеүсе, юл ярыусы, эҙләүсе шәхес булырға бурыслы. Мин үҙем дә замандан артта ҡалмаҫҡа, уның менән бергә атларға тырышам. Сөнки К.Ушинскийҙың “Уҡытыусы үҙе уҡығанда ғына уҡытыусы булып ҡала” тигән һүҙҙәре бер ҡасан да үҙ актуаллеген юғалтмай.
На странице приведен фрагмент.
Автор: Мустафина Айгуль Нагимовна
→ Публикатор 09.12.2021 0 778 149 |
Спасибо за Вашу оценку. Если хотите, чтобы Ваше имя
стало известно автору, войдите на сайт как пользователь
и нажмите Спасибо еще раз. Ваше имя появится на этой стрнице.