Разработка урока "Башҡорт халыҡ йыры "Урал"; 7 класс
Маҡсаттар:
1. «Урал» тарихи йырының идея-тематик йөкмәткеһе менән таныштырыу.
2 Урал тауҙары, тыуған Башҡортостан тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу.
3 Тыуған илгә ҡарата һөйөү, хөрмәт, тыуған төйәгебеҙ менән ғорурланыу хистәре, , эстетик тәрбиә биреү,
Уҡыусылар эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
- Урал йырын тасуири уҡырға өйрәнеү.
- Йырҙа Урал образының бирелешен, уның башҡорт халҡы өсөн ни тиклем ҡәҙерле булыуын аңлау.
- Шиғырҙа ҡулланылған һүрәтләү сараларын табып, уларҙың функциональ ролен асыҡлау.
- Урал тураһында коллектив диалогта ҡатнашыу.
Йыһазландырыу:
Слайдта Урал тәбиғәтен сағылдырған картиналар, уҡыусыларҙың Урал төбиғәте төшөрөлгән иллюстрациялары, «Боронғо Урал» көйө. Башҡортостан картаһы, кроссвордтар, викторина һорауҙары.
Дәрес барышы:
I. Ойоштороу мәле. Психологик инеш
Тыуған илем – башҡорт иле,
Туған телем – башҡорт теле,
Урал - минең төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
II. “Уңыш” ситуацияһын тыуҙырыу.
а) Өйгә эште тикшереү. Баһалау.
б) Дикция өҫтөндә эш. Тасуири уҡыу.
Урал, Урал, һиңә күҙ ташлаһам,
Күкрәгемдә йырҙар ҡуҙғала, - тип яҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхак Игебаев.
Уҡытыусы: - Урал тауҙары тураһында нимә беләһегеҙ? Урал һүҙен ишеткәс, күҙ алдығыҙға ниндәй картина килеп баҫа?
Уҡыусылар: - Урал тауҙары, йылғалар, урмандар – тыуған еребеҙ.
(Слайдтан картиналар ҡарау).
III. Уҡыусыларҙан дәрестең темаһын, маҡсатын әйттереү.
Уҡытыусы: - Бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? Дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырбыҙ?
- «Урал » тарихи йырының йөкмәткеһе менән танышыу.
- Тасуири уҡырға өйрәнеү.
Тыуған илгә һөйөү, уны һаҡлау.
IV. Маҡсаттаҙы хәл итеү. Уҡыу мәсъәләһен сисеү.
Инеш.
Һораһалар ситтә, һин ҡайҙан, тип,
Ғорур ғына ҡарап торам да,
Ирәйеп тә, берсә кинәнеп тә,
Башҡортостандан, тим, Уралдан!
Ниндәй ғорурлыҡ менән әйткән был һүҙҙәрҙе Фәүзиә Рәхимғолова!
- Ә һеҙҙә тыуған илебеҙ менән шундай ғорурланыу тойғоһо бармы? Һәр кем уны үҙенсә сағылдыра ала. Кемдер матур һүҙҙәр менән әйтеп бирә, кемдер һүрәткә төшөрә. Бына һеҙҙең дә һүрәттәрегеҙҙә тыуған Урал менән һоҡланыуығыҙ, уны яратыуығыҙ күренеп тора.
- Һүрәттәрегеҙҙә нимә төшөрҙөгөҙ? (һүрәттәре буйынса һөйләйҙәр).
- Ә хәҙер Урал тураһында, тыуған республикабыҙ тураһында белемегеҙҙе күрһәтегеҙ
Командалар араһында ярыш Кем тауға тиҙерәк менә?Викторина һорауҙарына яуап бирәләр
1. Урал ниндәй ике ҙур континент араһында ята? (Европа, Азия).
2. Башҡортостанда ниндәй ҡалаларҙы беләһегеҙ? (Күмертау, Өфө, Мәләүез).
3. Уралдан ниндәй йылғалар ағып сыға? (Ағиҙел, Урал, Яйыҡ, Һаҡмар, Инйәр, Йүрәҙән, Оло һәм Кесе Эйектәр).
4. Уралдың ниндәй бейек түбәләрен беләһегеҙ? (Ямантау, (1638), Ирәмәл (1586).
5. Беҙҙең районда иң бейек тау? (Әселе тау, Оло тау бейеклеге 500 м). Унда ҡурсаулыҡ булдырылған- Дәфтәргә Уралдың түбәләрен яҙып алабыҙ.
- Һеҙ Уралда йәшәгән йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы, унда үҫкән үҫемлектәрҙе беләһегеҙме? « Мин һиңә , һин миңә»уйыны Йомаҡтар сисәйек.
Көндөҙ йоҡлайым, төндә йырлайым.
(өкө)
Ағас башында туҡылдаҡ, туҡ-туҡ итеп туҡ булған. (Тумыртҡа)
Ағастан ағасҡа һикерә ҡарасҡы.(Тейен)
Аҡ кейем кейгән, ҡолағы ергә тейгән. (Ҡуян)
Урманда йөрөй, умартанан бал көрәй. (Айыу)
Ана бара хан, ауыҙы-мороно ҡан. (Бүре)
Ҡойроғо бик ҡыҫҡа, мөгөҙө ботаҡтай, сабырға бик оҫта. (Болан)
Ҡыҙыл билле ҡыҙ килде, ҡыланды ла юғалды. (Төлкө)
Аҡ кейемен кейгән, йәшел шәлен элгән (Ҡайын)
Йәй ҙә, ҡыш та бер төрлө. (Шыршы)
Кроссвордты сисегеҙ — Тауҙар, йылғалар, Уралдың ҡаҙылма байлыҡтарын белһәгеҙ, был кроссвордты тиҙ сисерһегеҙ.
Уҡытыусы - Беҙҙең тәбиғәт баймы?
- Эйе, унда 80 төрлө йәнлек, 270 төрлө ҡош, 40 төрлө балыҡ йәшәй.
Уҡытыусы - Беҙ һеҙҙең менән Уралдың тәбиғәте, хайуандар, үҫемлектәр донъяһы менән таныштыҡ(.Картала Урал тауҙарын күрһәтеп һөйләү)
-Бай һәм данлы Урал тауы Боҙло Полярье артында башланып, Ҡаҙағстандың ҡомло далаларына тиклем 2000 км-ға һуҙыла. Ул бик боронғо, бик иҫкергән тауҙарҙың береһе (уға 500 млн. йыл). Шуға күрә уның бейек түбәләре 2000 м-ға ла етмәй. Уның иңе лә әллә ни ҙур түгел. Поляр, Төньяҡ Уралда, Урта Уралда уның киңлеге 80-100 км-ҙан артмай, ә Көньяҡ Уралда, Башҡортостан территорияһында, тауҙарҙың иңе арта — 150 км-ға етә. Ҡанат йәйгән самаһыҙ ҙур ҡошҡа оҡшай Урал тауы.
- Борон-борондан ошо мәшһүр, гүзәл Урал тауын үҙенә төйәк итеп йәшәгән беҙҙең ата-бабалар. Уның матурлығы менән һоҡланғандар, ғорурланғаңдар, Ҡобайырҙар әйткәндәр, эпостар ижад иткәндәр. Үҙенең тормошон, тарихын, тыуған ергә мөхәббәтен, шатлығын, ҡайғыһын йырға һалып йырлағандар.
«Урал»» йырының бер вариантында
«Атам да һин Урал, әсәм дә һин», — тип ҡалай ҙа ҙурлаған халҡыбыҙ Уралын, тыуған ерен, ғүмер биргән ерен.
Уҡытыусы — Тыуған ил тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?
- Тыуған ерем — алтын бишек.
- Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ.
- Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул.
- Ир-егет үҙе өсөн тыуыр, иле өсөн үлер.
Уҡытыусы - Был мәҡәлдәргә ниндәй мәғәнә һалынған?
— Тыуған илде һөйөү, уны яҡлау беҙҙең изге бурысыбыҙ икәне әйтелә.
Уҡытыусы Тимәк, дәрестә беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
Тыуған ер, тыуған ил, уны яҡлау
- Эйе, беҙ өйрәнәсәк «Урал» йырында ла ошо турала һүҙ бара.
«Урал» - иң боронғо тарихи йырҙарҙың береһе. Ул үҙенең конкрет тарихи ерлеге менән башҡорт ырыуҙарының Рус дәүләтенә ҡушылыу ваҡиғаларына барып тоташа. (Йырҙың тарихын уҡып үтәйек).
«Урал» йырының бер вариантында
Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы
Ете лә ырыу илдең төйәге, - тиелә.
Элек башҡорт халҡы ырыу- ырыу булып йәшәгән 1554 йылдарҙа Уралды төйәк, Ирәндекте йәйләү итеү өсөн бер ырыу икенсе ырыуға яу асып, бер-береһенең йәйләүен баҫып, мал-тыуарын, бала-сағаһын, ҡатын-ҡыҙын талап йәшәгән. Шунан аҡһаҡалдар йыйылып, кәңәш иткәндәр. Ошо яулашыу, даулашыуҙы туҡтатырға кәрәк, - тигән улар. Шулай һаман көслө ырыу көсһөҙ ырыуҙы талап торор, былай тороу ярамаҫ, бер ҙә булмаһа, Мәскәүбатшаһына барып ҡарайыҡ, - тип һүҙ ҡуйышҡандар. Шунан аҡһаҡалдарҙы йыйып һөйләшеп, ете ырыуҙан — ете абруйлы кешене Мәскәүгә ебәргәндәр, - ти.
Иван Грозный уларҙы яҡшы ҡаршы алған. Ошо дауҙы, яуҙы бөтөрөргә, ерҙәрен билдәләп бирергә ярҙам итергә, үҙенең һанаттарын, ярҙамсыларын ебәрергә вәғәҙә иткән.
Башҡорт илселәре ҡайтып етеүгә, батшаның кешеләре лә килеп еткән. шул саҡ ат еткән ергә ат, хат еткән ергә хат ебәреп, ете ырыу халҡын йыйып, ҙур байрам яһағандар, ти. Сәсәндәр ҡобайыр әйткән, йырсылар йырлағандар, ҡурайсылар ҙа ошо ваҡиғаның иҫтәлеге итеп, бөтә башҡорт ырыуҙарын бер урынға туплаған Уралды маҡтап, ошо йырҙы сығарғандар, ти.
- «Урал» йырының ете варианты бар. Ошо «Урал» йырының бер вариантын тыңлап ҡарайыҡ:.
Яҙманан «Боронғо Урал» көйө яңғырай. «Урал» йырының тексы уҡыла.
Һүҙлек эше (таҡтала).
төйәк — пристанище
ҡорбан булған — пали жертвой
ырыу — племя
уҡ-һаҙаҡ — лук и стрела, оружие
На странице приведен фрагмент.
Автор: Уразбаева Фания Абдулхаковна
→ martfan 10.11.2015 0 8617 470 |
Спасибо за Вашу оценку. Если хотите, чтобы Ваше имя
стало известно автору, войдите на сайт как пользователь
и нажмите Спасибо еще раз. Ваше имя появится на этой стрнице.
Смотрите похожие материалы