Конспект и презентация внеклассного мероприятия "Путешествие в страну Знаний"; 1 класс

Конспект и презентация внеклассного мероприятия "Путешествие в страну Знаний"; 1 класс

внеклассное мероприятие проводится после завершения изучения букваря для учащихся 1 класса. На праздник приглашаются родители учащихся, учащиеся других классов, учителя и администрация школы.

Главные роли исполняют учащиеся 3-го класса. Это - Букварь и Родная речь. В сценарий включены стихотворения о чтении, букваре, объясняется как правильно и бережно следует относиться к книгам. Украшением праздника является презентация и празднично оформленный зал.

В презентации содержатся яркие названия "остановок" во время путешествия по стране Знаний. Увлекательная и игровая форма проведения мероприятия способствует повторению и систематизации знаний учащихся, полученных в процессе работы по курсу "Обучение грамоте", положительного отношения к чтению,   формированию умения общаться, вырабатыванию навыков совместной деятельности, развитию любознательности, внимания, целеустремлённости. 

Тема:Белем иленә сәйәхәт. 
Маҡсат:Әлифба менән хушлашыу, “Әҙәби уҡыу”ға күсеү; уҡыусылар менән мөғҗизәләр асыу, байрам атмосфераһы тыуҙырыу; 1 класс уҡыусыларында характерҙың иң гүзәл сифаттары ─ иғтибарлылыҡ, ихтыяр көсө, тырышлыҡ, зирәклек, үҙ-үҙҙәрен әҙәпле, культуралы тота белеү күнекмәләре формалаштырыу; хеҙмәт һөйөүсәнлек тәрбиәләү; белем алыуға ынтылыш тыуҙырыу.
Йыһазландырыу:“Белем иле”нең символик картаһы, самолёт моделе, шарҙар, плакаттар, “Әлифба”, “Туған тел”, “Букварь” рәсемдәре, әкиәттәргә иллюстрациялар, билеттар, кроссворд, ноутбук, интерактив таҡта, медиапроектор, тауыш колонкалары.
Дәрес барышы:
Уҡытыусы:
─Ҡәҙерле уҡыусыларым! 6 ай элек һеҙ ҡыйыуһыҙ ғына атлап, мәктәп тупһаһын атлап керҙегеҙ. Ошо 6 ай эсендә һеҙ матур итеп яҙырға, уҡырға, иҫәпләргә, йырларға, бейергә өйрәндегеҙ! Бәләкәс кенә балаларҙан тырыш, аҡыллы уҡыусыларға әйләндегеҙ. Ә бөгөн беҙ һеҙҙең менән белемиленә ҡыҙыҡлы сәйәхәткә сығырбыҙ. Ниндәй ил һуң ул Белем иле?
1-се уҡыусы:
Белем иле ҡайсаҡ миңә
Никтер серле урман кеүек
Ә юлдары ҡыҡыҡтырып
Гел саҡырып торган кеүек
2-се уҡыусы:
Уңдағыһы: “Тырыш эшсе 
Булайым тиһәң атайың кеүек
Энем, бына ошо юлдан
“Кит һин,” ─ тип әйткән кеүек
3-сө уҡыусы:
Һулдағыһы: “Минән китһәң,
Врач булырһың” тигән кеүек
Өсөнсөһө ни өсөндөр, 
Бүтән кәңәш биргән кеүек.
4-се уҡыусы:
Һуҡмаҡтарын әйткән дә юҡ
Мең тармаҡлы имән кеүек
Тик, ниңәлер, был илдә мин
Һис аҙашып йөрөмәм кеүек.
Уҡытыусы:
─Ниндәй ил һуң ул белем иле? (Белем ала торған ер)
─    Беҙ белемде ҡайҙа алабыҙ? (Мәктәптә)
─    Ә ни өсөн белем алырға кәрәк? (Профессия алыр өсөн)
─    Ә һеҙ кем булырға теләйһегеҙ? Ни өсөн? (Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау)
─    Ысынлап та, эшләмәйенсә йәшәп булмай. Ә профессия алыр өсөн белем кәрәк. Бына ни өсөн беҙ бик яҡшы уҡырға тырышабыҙ икән!
─    Балалар, әйтегеҙ әле, ниндәй китап һеҙҙе беренсе тапҡыр белем донъяһына алып килде? (Әлифба, букварь)
─    Эйе, балалар, әлифба, букварь ярҙамында беҙ белем иленең ишеген асып керҙек. Ул беҙҙе бик күп нәмәгә өйрәтте.
1-се уҡыусы. Әлифба, әлифба, 
                       Беренсе битеңде 
                      Асҡан көн хәтерҙә ─ 
                      Ҙур байрам шикелле.
2-се уҡыусы. Иң яҡын дуҫыбыҙ 
                       Булдың һин гел беҙҙең
                     Һәр хәреф йылмайып 
                       Әйтте үҙ исемен. 
3-сө уҡыусы. Һәм улар бик матур 
                       Һүҙҙәргә әйләнде.
                       Һүҙ төҙөп уҡыуы 
                       Ҡыҙыҡлы, күңелле!
4-се уҡыусы.  Хәҙер, әсәй, мин ҙур үҫтем,
Уҡый-яҙа беләмен.
Әлифбаның шиғырҙарын
 Яттан һөйләп бирәмен.
5-се уҡыусы.Әлифба, әлифба, 
                       Китәһең бит инде
Йыр итеп йырлайбыҙ
                       Иң һуңғы битеңде.

Күмәк йыр: “Әлифба”, Г.Хәлфитдинова һүҙҙәре, Г.Ишҡыуатова музыкаһы

6-сы уҡыусы.Әлифба китәһең
Килмәҫһең бынан һуң
                       Әммә һин ғүмергә 
                       Күңелдә ҡалаһың.
7-ой ученик. Ты книга первая моя,
Теперь читать умею я,
На свете много книжек есть,
Все книжки я могу прочесть!”
8-ой ученик.Мы знаем буквы, знаем слоги,
Умеем говорить, считать,
И постепенно, понемногу,
Мы научились все читать.
Мы все сегодня говорим: 

Все вместе: - Спасибо, букварю!!!

Букварь:Ребята! Забыть вам нельзя
Этот праздник – День Букваря!
Всем желаю хорошо учиться,
Это вам в жизни ещё пригодится.

Песня:«Учат в школе», слова М.Пляцковского, музыка В.Шаинского

9-сы уҡыусы. Беләбеҙ -  алмашҡа 
                       “Туған тел” киләсәк  
                 Ул беҙгә тағы күп
                       Белемдәр бирәсәк.

─Балалар, әйҙәгеҙ,Туған телдеүҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырайыҡ.

Туған тел:
─Һаумыһығыҙ, минең бәләкәй дуҫтарым, һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар! Дуҫтарым, мин Туған тел булам.
Көттөм мин бергәләп 
Уҡыр көн еткәнен.
Мин әле өр-яңы -
Бер тапһыҙ биттәрем.
Килдем мин ни ҡәҙәр
Йыр, шиғыр, хикәйә,
Мәҡәлдәр күтәреп,
Май айы бөткәнсе
Уҡырға етерлек.
Тап ҡына яуабын -
Йомаҡтар ни саҡлы.
Тик бына үтенес ─
Бысратма китапты.

10-сы уҡыусы.Туған тел! Туған тел!
                       Быларҙы беләбеҙ
               Өйрәндек күп нәмә
                       Әлифба менән беҙ.

Күмәк йыр: “Туған тел”, Ғ.Туҡай һүҙҙәре

─Балалар, мин бит һеҙгә бөгөн белем иленә сәйәхәткә сығабыҙ тигән инем.Сәйәхәткә сығыу өсөн йомаҡты сисергә кәрәк. Кем белә, был нимә?.
─ Что за птица:                        Йыр йырламай,
Песен не поет, гнёзда не вьет,                     Көй көйләмәй,
Людей и груз несет?                          Бала сығармай,        
                    (Самолёт)                          Оя ҡормай.
                               Ҡош кеүек оса
Кешеләр һәм йөктәр
йөрөтә
─Дөрөҫ, балалар, беҙ бөгөн белем иленә вертолётта осорбоҙ. Хәҙер мин һеҙгә билеттар һатам. Билеттар матур һүҙҙәр белгән уҡыусыға ғына бирелә (волшебные слова) (рәхмәт, рәхим итегеҙ, хәйерле иртә, зинһар өсөн, тыныс йоко, аштарығыҙ тәмле булһын, кәйефегеҙ нисек, сәләмәт булығыҙ).
─    Билетыбыҙ бар. Беҙ һеҙҙең менән самолёт салонында ултырабыҙ. Беҙ бөгөн бик күп туҡталыштар яһарбыҙ. Ә унда бик күп эштәр.Дуҫтарым, мин дә һеҙҙең менән осам. Мин дә билет алам. Дөрөҫ яуап биргән уҡыусыларға жетондар бирәм, иң күп жетон алған уҡыусылар осоусы һәм осоусы ярҙамсылары булып киләсәктә лә вертолётта оса аласаҡтар һәм уларға аэродром етәкселәренән бәләкәй генә бүләктәр бар. Креслоларға яҡшылап ултырҙыҡ. Күҙҙәрҙе йомдоҡ. Һауаға күтәреләбеҙ. (Тауыш) Осабыҙ. Бына белем иленә килеп тә еттек. Беренсе туҡталышҡа төшәбеҙ.

1.    Хәрефтәр һәм һүҙҙәр ҡалҡыулығы.
─Хәрефтәр нимә эшләгән? Һеҙ уларҙы таныйһығыҙмы?Йәгеҙ әле, уларға ярҙам итәйек. (Презентация)

2.    Йомаҡтар ҡалҡыулығы.
1)    Күлдә бар, йылғала юҡ
Өйрәктә бар, ҡаҙҙа юҡ
Был нимә?  (ү һәм ө хәрефтәре).
2)    Юл хәрефенән яҙылһам, мин сәскә, 
Баш хәрефтән яҙһағыҙ, мин ҡыҙға әйләнәсәкмен. (Роза, Ландыш, Лилия, Фиалка, Миләүшә)
3)    Эҫелә бар, һыуыҡта юҡ. (Э)
        4)Чем кончается лето и начинается осень. (О)
        5)В каких словах по сто одинаковых согласных. (стол, стоп, стон, стой, стог)
       6)С л ─ лить слёзы заставляю,
С ж ─ по воздуху летаю. (лук ─ жук)
       7)С ё ─ колючий,
С у ─ ползучий. (ёж ─ уж)

3.    Музыкаль утрау.
Ҡыҙҙар башҡарыуындайыр: “Ҙур булып үҫтем”, авторы М.Ә.Сәлимов. Башҡорт халыҡ йыры “Әсмәбикә”
Малайҙар башҡарыуында йыр:“Миңә рәхмәттәр яуа”, авторы М.Ә.Сәлимов

4.    ─Мәсьәләләрҙе яҡшы ғына үтәнек, хәҙер беҙБуталсыҡтар туҡталышына осабыҙ. Мин хәҙер һеҙгә һөйләмдәр уҡыйым, унда ниндәйҙер һүҙҙәр буталған, шул һүҙҙәрҙе табып, дөрөҫләргә кәрәк. (Презентация)
1)    Әсәй магазинға барған
Ҙур ҡурҡаҡ һатып алған. (ҡурсаҡ)
2)    Йылғаға бармаҡ һалдым
Ҙур балыҡ тартып алдым. (ҡармаҡ)
3)    Закричал охотник “Ой!
Двери гонятся за мной”. (звери)
4)    Тает снег. Течёт ручей
На ветвях полно врачей. (грачей)
5)     Синеет море перед нами,
Летают майки над волнами. (чайки)
6)    Маша мчится к маме:
─ Там ползёт зелёный лук (жук)
С длинными усами.

Слова “перепутались”.
1)    Есть сладкое слово ─ ракета (конфета)
Есть быстрое слово ─ конфета (ракета)
Есть кислое слово ─ вагон (лимон)
 Есть слово с окошком ─ лимон (вагон)
2)    Есть слово колючее ─ дождик (ёжик)
Есть слово промокшее ─ ёжик (дождик)
Есть слово весёлое ─ снег (смех)
Есть слово пушистое ─ смех (снег)

5.    Әкиәттәр иле туҡталышы.

  1. Ҡарурманда йөрөйҙөр, кети-кети уйнайҙыр. (Шүрәле)
  2. Бабай ниҙер ултыртты, ә ул ҙур булып үҫте. Бабай әбейҙе саҡырҙы. (Шалҡан)
  3. Тәгәрәп китеп әбейҙән, бабайҙан, ҡуяндан ҡаса алған, ә төлкөҙән ҡаса алмаған. (Я от бабушки ушёл, я от дедушки ушёл) (Икмәк йәки колобок)
  4. Йылы яҡта йәшәй Урмандан утын ташый. (Фил)
  5. Йоҙроҡ хәҙәре йомро...их,тәмле һуң,бигерәк тәмле... (Башҡорт халҡының яратып ашай  торған ризығы.)
  6. Башҡорт халҡының милли байрамы. (Һабантуй). 

Музыкаль утрау. Күмәк йыр: “Башҡортостан – илгенәм”, авторҙары Г.Байбурин, Р.Сәлмәнов

Уҡытыусы:
─Байрамыбыҙҙың тантаналы өлөшө аҙағына ла етте. Балалар, китапты яратығыҙ! Ул һеҙгә аҡыллы, әҙәпле, ата-әсәләрегеҙ һәм тыуған ил өсөн яуаплы кешеләр булып үҫергә ярҙам итер.


Полный текст материала Конспект и презентация внеклассного мероприятия "Путешествие в страну Знаний"; 1 класс смотрите в скачиваемом файле.
На странице приведен фрагмент.
Автор: Ахметзянова Гульсина Минзагитовна  Публикатор
05.03.2017 0 2626 99

Спасибо за Вашу оценку. Если хотите, чтобы Ваше имя
стало известно автору, войдите на сайт как пользователь
и нажмите Спасибо еще раз. Ваше имя появится на этой стрнице.


Смотрите похожие материалы


А вы знали?

Инструкции по ПК